

«Артек» халыҡ-ара балалар үҙәгендә үткән сменала Рәсәй төбәктәренән – 700 һәм сит илдәрҙән 200-ҙән ашыу бала ҡатнашты. 300-ҙән ашыу уҡыусы еңеүсе исеменә лайыҡ булды. Ә халыҡ-ара трек буйынса финалға 30 илдән 74 ҡыҙ һәм малай иң-иңдәр иҫәбенә инде.
Еңеүселәрҙе сентябрҙә «Ҙур тәнәфес» тигән поезда Санкт-Петербургтан Владивостокка һәм кире Санкт-Петербургҡа мауыҡтырғыс сәйәхәт көтә.
Башҡортостандан конкурста 10 уҡыусы ҡатнашты. Еңеүсе, призерҙар ҙа бар. Улар тураһында айырым яҙырбыҙ.
Фото: edu.gov.ru.