

Делегацияла - Өфө, Нефтекама, Салауат ҡалалары уҡыусылары.
Был проект буласаҡ студенттарға илебеҙҙең юғары уҡыу йорттары менән яҡындан танышыу мөмкинлеге бирә.
Уҡыусылар өсөн Рәсәй тарихы һәм мәҙәниәте буйынса дәрестәр үткәреләсәк. Ҡаланың тарихи урындары, музей, театрҙары буйлап экскурсия ойоштороласаҡ.
"Университет сменаһы" ун көнгә иҫәпләнгән. Унда ҡатнашыусылар "Беренселәр хәрәкәте" ойошмаһы, уның төп проекттары, йүнәлештәре тураһында ла ентекле мәғлүмәт аласаҡ.
Фото: vk.