

Шулай итеп, быйыл республиканың 43 районынан 144 белем усағы уҡыусылары үҙҙәренең проекттарын тормошҡа ашыра аласаҡ. Бының өсөн ҡаҙнанан аҡса бүленәсәк.
Проекттар һаны буйынса беренсе урында - Әбйәлил районы. Икенсе һәм өсөнсө урында - Ейәнсура менән Ҡыйғы.
Ейәнсуралағы Мәрйәм Бураҡаева исемендәге башҡорт интернат-гимназияһына "Арғымаҡ" медиаүҙәген асыу өсөн, мәҫәлән, 800 меңдән ашыу аҡса бүленә.
Универсарий алды селтәрен үҫтереү буйынса конкурста еңеүсе Өфөләге 161-се лицей проектын тормошҡа ашырыу өсөн иһә 2 миллион һум ярҙам аласаҡтар.
Ни тиһәң дә, шәп конкурс ойошторолған, шулай бит!?
Фото: vk.com.