+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
24 Август 2023, 11:00

Яңы дәреслектәрҙә – тарихи дөрөҫлөк

Рәсәй мәктәптәрендә 1 сентябрҙән өлкән синыф уҡыусылары берҙәм дәреслектәр буйынса тарихты өйрәнә башлаясаҡ.

Яңы дәреслектәрҙә – тарихи дөрөҫлөкЯңы дәреслектәрҙә – тарихи дөрөҫлөк
Яңы дәреслектәрҙә – тарихи дөрөҫлөк

Яңы дәреслек баҫтырыу мәғлүмәт етешмәү менән бәйле, уҡытыусыларға ҡайһы бер материалды башҡа сығанаҡтарҙан эҙләргә тура килгән ваҡыттар була. Был әсбаптарҙа Рәсәйҙә һәм донъяла булған мөһим ваҡиғалар буйынса иң тулы тарихи картина сағылдырыла.

Берҙәм тарих дәреслеге 4 томдан – X һәм XI синыфтар өсөн  “Рәсәй Тарихы” һәм “Дөйөм тарих” китаптарынан тора. Яңы дәреслек, уның авторҙары әйтеүенсә, сәйәсиләштерелмәүе һәм тарихи хрониканың объектив итеп яҙылыуы менән айырыла. Киләһе уҡыу йылы башына V – IX синыф уҡыусылары өсөн дә дәреслектәр әҙер буласаҡ.

Фото: yandex.ru.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас