+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
28 Август 2023, 15:00

Полилингваль мәктәптәр арта

Республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин полилингваль күп профилле мәктәптәр селтәрен булдырыу тураһында доклад менән сығыш яһаны.

Полилингваль мәктәптәр артаПолилингваль мәктәптәр арта
Полилингваль мәктәптәр арта

Полилингваль белем биреү йылдам үҫешә: өс йыл эсендә беҙҙә 4 ошондай мәктәп асылды. Быйыл Хәйбулла, Учалы райондарында күп профилле мәктәптәр асыу һәм Мишкә районы менән Сибай ҡалаһындағыларын ошо йүнәлешлеһенә үҙгәртеү планлаштырыла.

Уларҙа уҡытыу урыҫ, башҡорт һәм башҡа телдәрҙә алып барыла.

"Нефтекамала уҡытыу татар телендә алып барылған интернат-мәктәп уңышлы эшләй. 1 сентябрҙән Мишкә районында мари телле мәктәп асыла. Бишбүләк районында – сыуаш, Тәтешлелә удмурт телендә уҡытыу буласаҡ мәктәптәр асырға ниәтләйбеҙ", – тип белдерҙе министр.

Ул шулай уҡ, полилингваль мәктәптәр – республиканың иң яҡшы белем биреү учреждениеларының береһе, тип өҫтәне. Әлеге көндә барлығы 5489 уҡыусы белем алған ойошмаларҙа уҡырға теләүселәр һаны йылдан-йыл арта. Быйыл беренсе синыфҡа 1091 бала уҡырға алына.

Фото: www.bashinform.ru.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас