

2022/2023 уҡыу йылында республикала 1 мең 304 дөйөм белем биреү учреждениеһы эшләгән, уҡыусылар һаны 519,7 мең кеше тәшкил иткән. Уларҙың төп өлөшө дәүләт һәм муниципаль мәктәптәрҙә белем алған, шәхси мәктәп хеҙмәттәрен 1 мең 777 уҡыусы файҙаланған.
Мәктәптәрҙә уҡытыу рус, башҡорт, татар, сыуаш, удмурт телдәрендә алып барыла. Бынан тыш, мари, мордва, удмурт, сыуаш, немец, латыш телдәре предмет булараҡ өйрәнелә.
Фото: bashinform.ru.