

– Был эште беҙҙең иң яҡшы тәжрибәләрҙең береһе тип иҫәпләйем. Беҙ балаларға бала саҡтан тештәрен һаҡларға, табиптарҙан ҡурҡмаҫҡа өйрәтәбеҙ һәм уҡыусыларҙы уңайлы шарттарҙа дауалайбыҙ. “Ҡанатлан” республика белем биреү программаһының “Сәләмәт йылмайыу” модуле буйынса йыл һайын мәктәптәрҙә яңы стоматология кабинеттарын асабыҙ. 2022 йылда ошондай 12 кабинет барлыҡҡа килде. Яңы уҡыу йылында тағы 30 кабинет үҙ ишектәрен асасаҡ һәм лицензия алыу менән эшләй башлаясаҡ.
Башҡортостан мәктәптәрендә бөтәһе 214 стоматология кабинеты булһа, шуларҙың 80-е – “Ҡанатлан” проекты буйынса. Уларҙа бөтәһе 223 кеше эшләй. 2022/2023 уҡыу йылында улар 130 мең уҡыусыны һәм 5 мең уҡытыусыны ҡабул иткән.
Сығанаҡ: ye102.ru.