+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
31 Август 2023, 05:30

Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе үтте

29 августа Силәбе һәм Ҡурған өлкәләре башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары кәңәшмәгә йыйылды.

Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе үттеУҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе үтте
Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе үтте

“Беҙҙең төбәктәрҙе ныҡлы һәм дуҫтарса мөнәсәбәттәр бәйләй, шуға күрә был осрашыу һәм тәжрибә уртаҡлашыу бик файҙалы булды. Мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында яңы төркөмдәр асыу, ата-әсәләрҙең һорауҙарын иҫәпкә алып, белем биреү процесының яңы шарттарын булдырыу мөмкинлеге тикшерелде. Туған телде белергә теләүселәрҙең йылдан-йыл арта барыуын иҫәпкә алып, уны өйрәтеүҙә уҡытыусыларҙың роле арта ғына бара”, – тине Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиле Әлфир Байымов. Уның һүҙҙәренсә, быйыл башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн методик ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән күсмә семинарҙар һәм курстар үткәреү яңылыҡ буласаҡ.

Кәңәшмә аҙағында ҡатнашыусылар 2023/2024 уҡыу йылына төп саралар планын ҡабул итте.

Әйткәндәй, Силәбе Һәм Ҡурған өлкәләрендә башҡорт телен өйрәнеү 24 балалар баҡсаһында, 41 мәктәптә, 8 өҫтәмә белем биреү учреждениеһында, 6 йәкшәмбе мәктәбендә ойошторолған. Силәбе өлкәһендә – 45, Ҡурғанда 5 педагог эшләй. Уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреү буйынса даими эш алып барыла –. 2021 йылдан алып был курстарҙы 53 кеше үткән. 2023 йылда 2 сығарылыш уҡыусыһы Өфө вуздарының башҡорт филологияһы факультеттарына уҡырға ингән.

Республика был төбәктәрҙе тулыһынса бушлай уҡытыу-методик әҙәбиәт менән тәьмин итә. 2019 йылдан ил төбәктәренә 40 мең дананан ашыу әсбап ебәрелгән. Ағымдағы йылдың авгусында Силәбе һәм Ҡурған өлкәләренә 5 мең 518 дәреслек, кабинеттарҙы биҙәү өсөн 8 комплект килтерелгән.

 

Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе үтте
Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе үтте
Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе үтте
Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе үтте
Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе үтте
Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе үтте
Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе үтте
Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе үтте
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас