+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
1 Сентябрь 2023, 11:43

30 сентябргә тиклем ғариза бирергә мөмкин

VIII - XI синыф уҡыусылары һәм колледж студенттары өсөн бушлай программалаштырыу курстарында уҡыу мөмкинлеге бар.

30 сентябргә тиклем ғариза бирергә мөмкин30 сентябргә тиклем ғариза бирергә мөмкин
30 сентябргә тиклем ғариза бирергә мөмкин

"Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады" милли проектының "Киләсәк коды" проекты тормошҡа ашырыла. Ике йыл оффлайн йәки онлайн форматта белем алырға була.

Башҡортостандың белем усаҡтарында һәм өҫтәмә белем биреү учреждениеларында 270 майҙансыҡ асылған. Дәрестәр аҙнаһына ике тапҡыр үткәрелә. 

Курста уҡыу өсөн Дәүләт хеҙмәттәре порталында - https://www.gosuslugi.ru/futurecode?sortKey=cfRating 30 сентябргә тиклем ғариза тултырып, ҡабул итеү һынауын үтергә кәрәк. 

Тулыраҡ мәғлүмәт менән  https://education.bashkortostan.ru/presscenter/news/5.. сайтында танышырға мөмкин.

Фото: education.bashkortostan.ru.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас