

Быға тиклем иртәнсаҡтан эшләгән мәктәптә икенсе смена ла барлыҡҡа килде. Барлығы 46 педагог балаларҙы белем тауына әйҙәй. Уҡытыу рус телендә алып барыла, дәүләт теле булараҡ башҡорт телен өйрәнһәләр, туған башҡорт, татар телдәрен үҙләштереүселәр ҙә байтаҡ. Мәктәптә төрлө түңәрәктәр үҙ эшен һөҙөмтәле алып бара, бигерәк тә спорт йүнәлешенә ҙур иғтибар бүленә.
Байрам Рәсәй һәм Башҡортостан әләмдәрен күтәреүҙән башланып китте. Был хоҡуҡ быйыл иң әүҙем, тырыш уҡыусыларға — VII “Г” синыфынан Диана Әхмәтгәрәева менән Дияр Фазлетдиновҡа бирелде. Белем көнөнә арналған сараға махсус ҡунаҡтар — хоҡуҡи идаралыҡ бүлеге начальнигы Анна Андреевна Гизамова һәм “Дружный” балалар ижады йорто етәксеһе Любовь Борисовна Арыҫланова саҡырылғайны. Улар ҡыҙҙар һәм малайҙарға яңы уҡыу йылында уңыштар теләне. Мәктәп директоры Илшат Рәшит улы Ғәлләмов та уҡыусыларҙы һәм ата-әсәләрҙе байрам менән ҡотланы.
Сағыу концерт номерҙары сараның биҙәге булып торҙо. Мәҫәлән, мәктәптең үҙ хоры бар. “Башмачок” өлгөлө балалар бейеү ансамблендә шөғөлләнгән ҡыҙҙар ҙа тамашасыларҙы әсир итте — улар инде Рәсәй кимәлендә күпме еңеү яулаған коллектив. Республика бәйгеләрендә урындар алған йәш йырсылар ҙа бар бында! Беренсе сентябрь линейкаһын мәктәп президенты Асҡар Байков менән Дарья Терентьева матур итеп алып барҙы. Беҙ ҙә уҡыусыларға яңынан-яңы үрҙәргә артылыуын теләйбеҙ.
АВТОР фотолары.