

Быйылғы беренсе синыф сәғәтен Рәсәй президенты Владимир Путин үҙе үткәрҙе. Уҡыуҙа, халыҡ-ара бәйгеләрҙә, олимпиадаларҙа юғары уңыштарға өлгәшкән 30 уҡыусы бөтә илдән йыйылғайны. Нимәһе ҡыуаныслы — улар араһында Туймазылағы 8-се мәктәптең X синыф уҡыусыһы Ризуан Ғатауллин да булды.
Үҫмер былтыр һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн “Һан аша” дистанцион шахмат клубы асыуға грант отто, тип хәбәр ителә. Ризуан фекеренсә, бындай үҙәк уларға тиҫтерҙәре менән аралашырға мөмкинлек бирәсәк. Маҡсатың тормошҡа ашһын!
Фото: vk.com.