

Шишмә районындағы слетҡа 13 – 18 йәшлек 140 бала һәм үҫмер йыйылды, улар төрлө социаль башланғыстар менән сығыш яһаны. Сараның төп бурысы – ҡыҙыҡлы һәм перспективалы проекттарға ярҙам итеү.
Быйыл республика форумы “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә “Цифрлы хәрәкәт – яңы мөмкинлектәр” девизы аҫтында үтә һәм шәхси үҫешкә ынтылыусы уҡыусыларҙы берләштерә.