

Рәсәй данын 4 уҡыусы яҡланы. Уларҙың икеһе - Мәскәүҙән, икеһе - Ҡазандан. Бөтәһе лә алтын миҙал яуланы! Олимпиадала барлығы 90 илдән 350 кеше ҡатнашты.
Ғимран Абдуллин әле Ҡазандағы 2-се лицейҙың X синыфында уҡый. Ул Өфө районы Шамонин мәктәбендә белем алған сағында уҡ теүәл фәндәрҙе яратҡан. Кубик-рубикты бик тиҙ йыйыусы булараҡ та дан алғайны. Тырыш, сәмле милләттәшебеҙҙе ҙур еңеүе менән ҡотлайбыҙ! Артабан да уңыштар теләйбеҙ.
Һеҙҙең иғтибарға "Сәләм" тапшырыуы 5 йыл элек төшөргән видеояҙманы тәҡдим итәбеҙ.
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән.