+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
8 Сентябрь 2023, 07:00

Мәктәп ашханаларына зарланыуҙар кәмегән

Быға бер нисә ыңғай фактор булышлыҡ итә.

Мәктәп ашханаларына зарланыуҙар кәмегәнМәктәп ашханаларына зарланыуҙар кәмегән
Мәктәп ашханаларына зарланыуҙар кәмегән

Быйылдан мәктәп менюһы яңырҙы, диетология һәм нутрициология талаптарына яуап биргән ашамлыҡтар индерелде. Уҡыусылар төрлө аш, кәтлит, суфле, бутҡаны яратып ашай. Шәкәр диабеты менән сирле уҡыусылар өсөн айырым меню төҙөлгән.

Бынан тыш, аҙыҡ-түлек блоктарының матди-техник базаһын яҡшыртыуға ҙур иғтибар бүленә: ҡорамалдар алына, етештереү цехтарына косметик ремонт үткәрелә.

Мәҫәлән, уҙған йәйҙә республиканың 508 мәктәбендә — ағымдағы, 36-һында капиталь ремонт үткәрелгән. 403 уҡыу йорто өсөн 1 мең 435 берәмек технологик ҡорамал һатып алынған. 2026 йылға тиклем йәнә 600-гә яҡын мәктәп ашханаһын яңыртыу планлаштырыла.

Ашау мәҙәниәтен үҫтереүгә лә күп көс һалына. Ашханаларҙа “Аша, уҡы, үҫ” брендлы һауыт-һаба ҡулланыла, хеҙмәткәрҙәр берҙәм кейемдә йөрөй.

Уҡыусыларҙың 56 проценты бушлай ҡайнар аш ашай — был 294 меңдән ашыу бала тигән һүҙ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: республикала башланғыс синыф уҡыусылары, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һәм инвалид балалар, күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән, Донецк, Луганск халыҡ республикалары, Запорожье һәм Херсон өлкәләренән килгән балалар тулыһынса бушлай ҡайнар аш менән тәьмин ителә. Тағы былтыр V — XI синыфтарҙан 2 мең 413 уҡыусы — махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары — ошо исемлеккә инде.

Фото: yandex.ru.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас