+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
13 Сентябрь 2023, 05:14

Мәктәптә буллинг булмаҫҡа тейеш.

Яңы уҡыу йылының тәүге айы ғына бара әле. Ә Мәғариф һәм фән министрлығының ҡыҙыу линияһына 9 буллинг осрағы тураһында шылтыратыу булған да. 

Мәктәптә буллинг булмаҫҡа тейеш.Мәктәптә буллинг булмаҫҡа тейеш.
Мәктәптә буллинг булмаҫҡа тейеш.

Коллективта бер кешене ҡыйырһытыу, үсекләү, ҡурҡытыу, мыҫҡыл итеү шулай тип атала. 

Министр Айбулат Хажин белдереүенсә, был күренеш белем усаҡтарында электән булды һәм әле лә көнүҙәк мәсьәлә. Әммә мәктәп етәкселеге, синыф етәкселәре, педагог-психологтар балаларҙы тиҫтерҙәре, ата-әсәләре, шулай уҡ педагогтар ҡыйырһытыуына юл ҡуймау буйынса эш алып бара икән, буллингҡа урын булмаясаҡ. Мәктәптәрҙә белгестәр әҙерләгән методик ҡулланмалар бар.

Буллинг ҡорбаны булһаң, был турала өндәшмәй ҡалырға ярамай. Уҡытыусыға, атай-әсәйеңә әйтергә кәрәк. Бик булмаһа, Бөтә Рәсәй ышаныс телефонына шылтыратырға мөмкин: 8-800-2000-122.

Был күренештең һәр коллективта булыуы ихтимал. Шуға ла ата-әсәләр балалары менән көн һайын һөйләшеп, хәлдәрен һорашып алырға ваҡыт тапһын ине. Мәҫәлән, мәктәпкә барғыһы килмәй икән - бының сәбәптәрен асыҡларға, педагогтар менән кәңәшләшеп, мәсьәләне ваҡытында хәл итергә кәрәктер. Хәҙер белем усаҡтарында директорҙың тәрбиә эштәре буйынса кәңәшселәре эшләй, уларға мөрәжәғәт итергә мөмкин. 

Фото: yandex.

 

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас