+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
19 Сентябрь 2023, 07:57

Гүзәл Ғайсина һәм Гөлсинә Ишбаева өсөн тауыш бирәйек!

18 сентябрҙә "Иң яҡшы туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы" Бөтә Рәсәй конкурсы башланды.

Гүзәл Ғайсина һәм Гөлсинә Ишбаева өсөн тауыш бирәйек!
Гүзәл Ғайсина һәм Гөлсинә Ишбаева өсөн тауыш бирәйек!

Унда Башҡортостандан "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2023" төбәк-ара конкурсы еңеүсеһе, Нефтекама башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Гүзәл Сәғит ҡыҙы Ғайсина менән "Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы - 2023" конкурсы еңеүсеһе, Өфө ҡалаһы 202-се полилингваль балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе  Гөлсинә Азат ҡыҙы Ишбаева ҡатнаша. 

Уҡытыусыларҙың һөнәри оҫталыҡ бәйгеһе Ҡарасәй-Черкесс республикаһының Черкесск ҡалаһында үтһә, тәрбиәселәрҙеке Төньяҡ Осетиялағы Владикавказ ҡалаһында була. Яҡташтарыбыҙға уңыштар теләйек.

Әлеге ваҡытта Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыусыларҙың медиавизиткалары өсөн тауыш биреү бара. 22 сентябрь 18.00 сәғәткә тиклем ошонда - https://vk.com/app7198399_-213970634 тауыш бирергә мөмкин.

Фото: vk.com.

 

Гүзәл Ғайсина һәм Гөлсинә Ишбаева өсөн тауыш бирәйек!
Гүзәл Ғайсина һәм Гөлсинә Ишбаева өсөн тауыш бирәйек!
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: