+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
19 Сентябрь 2023, 10:44

"Хәүефһеҙ юлдар" олимпиадаһы башланды

19 сентябрҙә https://uchi.ru/ мәғариф платформаһында "Хәүефһеҙ юлдар" Бөтә Рәсәй онлайн-олимпиадаһы башланды. Бөгөн шулай уҡ 15.00 сәғәттә юл ҡағиҙәләре тураһында Бөтә Рәсәй асыҡ дәресе үткәрелә.

"Хәүефһеҙ юлдар" олимпиадаһы башланды
"Хәүефһеҙ юлдар" олимпиадаһы башланды

Олимпиадала I - IX синыф уҡыусылары юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре буйынса белемдәрен тикшерә ала. 60 минут ваҡыт бирелә. Һөҙөмтәләр эштәрҙе үтәп бөткәс тә күренә. Нисә балл йыйыуыңа ҡарап, сертификат, грамота, диплом аласаҡһың. Улар "Учи.ру" сайтындағы шәхси кабинетыңа килә. Был олимпиадала ҡатнашыу беренсе сиратта юл ҡағиҙәләре буйынса белемеңде нығытыу өсөн кәрәк, әлбиттә.

Акция "Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" милли проекты буйынса тормошҡа ашырыла.

Фото: yandex.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: