Былтыр яңы уҡыу йылына 216 мәктәптә "Үҫеш нөктәһе" асылғайны. Мәктәптәр физика, химия, биология буйынса лаборатор эштәр һәм тәжрибәләр өсөн ҡорамалдар, һанлы микроскоптар, ноутбуктар менән тәьмин ителә.
Республикала барлығы 665 мәктәп базаһында теүәл һәм гуманитар фәндәр йүнәлешендә һанлы үҙәктәр асылған. Улар, әлбиттә, уҡыусыларҙы үҙенә саҡырып тора. Заманса компьютерҙар, 3D принтерҙар, квадрокоптерҙар менән эшләү балаларға оҡшай.
Фото: yanshishma.