

Волга буйы федераль округының Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге башҡорт кадет корпусы 2022/23 уҡыу йылы һөҙөмтәләре буйынса I урынға лайыҡ булды. Удмуртияла үткән “Волга буйы кадеты–2023» спартакиадаһында Ишембайҙағы башҡорт корпусына “Иң яҡшы кадет корпусы” тигән күсмә штандарт тапшырылды.
Ә спартакиадала яҡташтарыбыҙ III урынға лайыҡ булды. Егеттәр спорт һәм хәрби йүнәлештәге ярыштарҙа һынау тотто, тематик инша конкурсында, Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы форматында тест үтте һәм интеллектуаль олимпиадала ҡатнашты.
Фото: vk.com.