

Туғыҙынсыларға урыҫ теленән имтиханда дүрт өҫтәмә һорауға тулы итеп яуап бирергә тура киләсәк. Ә урыҫ әҙәбиәтенән эш өсөн иң ҙур балл 42 түгел, ә 37 буласаҡ.
Тарих буйынса "Рәсәйҙең яңы тарихы" тигән бүлек өҫтәлә.
Математиканан программалаштырыу функцияһы булмаған калькулятор ҡулланырға рөхсәт итәсәктәр.
Билдәле булыуынса, аттестат алыу өсөн математика, урыҫ теле һәм үҙең һайлаған ике фәндән имтихандарҙы тапшырырға кәрәк.
Әҙерләнегеҙ, туғыҙынсылар. Уҡыуығыҙҙа уңыштар теләйбеҙ!
Фото: Яндекс.