+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
7 Октябрь 2023, 05:30

Мәғариф үҫеше тарихы музейына рәхим итегеҙ!

“Һәр халыҡтың тарихы өйрәнелһен өсөн уның үҙ Карамзины булыуы шарт”, – тип яҙып ҡалдырған билдәле мәғрифәтсе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев. Тарих йәш быуынды ылыҡтырһын өсөн музейҙар булдырыла йә ҡайтанан тергеҙелә.

Республика балаларҙы һауыҡтырыу-белем биреү, туризм, тыуған яҡты өйрәнеү һәм экскурсиялар үҙәгендә яңыртылған Мәғариф үҫеше тарихы музейын асыу тантанаһы үтте. Ул Өфө ҡалаһының тарихи үҙәгендә урынлашҡан. Элек бында сауҙагәр Иван Иванович Таловтың боронғо йорто, 1917 йылдарҙа иһә Софья Павловна Хитровскаяның шәхси ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы, ә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының Генераль штабы академияһы булған. Бина совет осоронда мәктәп, пионерҙар йорто, уҡытыусыларҙы камиллаштырыу институты булараҡ та файҙаланыла. Шулай итеп, уның тарихы Башҡортостан биләмәһендә революцияға тиклемге осорҙан алып хәҙерге ваҡытҡа хәтлем мәғариф системаһының төрлө үҫеш этаптары менән айырылғыһыҙ бәйле.

Музей архив мәғлүмәттәре, ветерандарҙың хәтирәләре менән тулыландырыла. Унда бай фонд материалдары тупланған. Республика туризм үҙәге һәм педагогик хеҙмәт ветерандарының авторҙар коллективы тарафынан нәшер ителгән “Башҡортостан республикаһының мәғарифты үҫтереү тарихы музейы” китабы иһә – йәш быуын өсөн иҫтәлекле бүләк.

Музей асыу тантанаһында мәғариф һәм фән министры вазифаһын башҡарыусы Илдар Мәүлетбирҙин, 1998 – 2004 йылдарҙағы министр Ғәлиә Мөхәмәтйәнова, Мәғариф ветерандары советы рәйесе Фәниә Әсәҙуллина ҡатнашты. Залдар буйлап Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт гимназия-интернатының XX синыф уҡыусылары Роксана Хәмиҙуллина һәм Анастасия Григорьева, Әғзәм Фәйзуллин исемендәге 39-сы гимназияның IX синыф уҡыусылары Дмитрий Машкин һәм Кира Ардуванова экскурсия ойошторҙо.

“Йәнең уртаһында бул һин

Тарих тигән бөйөк хаҡлыҡтың,

Үткән генә түгел, уның төпкөлөнән

Килер көнө ҡарай халыҡтың”, – тип яҙған Риф Мифтахов. Ә мәғрифәтсебеҙ Ризаитдин Фәхретдинов: “Һәр халыҡ үҙ тарихын үҙе яҙырға тейеш” – тигән фекер ҡалдырған. Шуға ла барығыҙҙы ла музейыбыҙҙа көтөп ҡалабыҙ.

 

Римма БАЙМЫРҘИНА,

үҙәктең директор урынбаҫары.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас