

Башҡортостандың уҡыуҙа, спортта, сәнғәттә юғары күрһәткестәргә өлгәшкән иң һәләтле уҡыусыларына йыл һайын республика Башлығы стипендияһы тәғәйенләнә. Улар, әлбиттә, махсус комиссия тарафынан конкурс буйынса һайлап алына. Быйылғы стипендиаттар араһында "Йәншишмә" гәзитенең геройҙары ла булыуы һоҡландыра. Мәҫәлән, Салауат ҡалаһынан Урал Хәсәнов 15 йәшендә генә шахмат композицияларын сисеү буйынса донъя чемпионы исемен яулағайны. Быйыл тағы иң-иңе булды һәм шахмат композициялары буйынса иң йәш халыҡ-ара гроссмейстер исемен алды.
Өфләге Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһынан Дилара Дилмөхәмәтова иһә - ҡул эше оҫтаһы. Ул бер нисә йыл рәттән технология буйынса уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһында уңышҡа өлгәшә. Үткән уҡыу йылында ла республикала - еңеүсе, ә ил кимәлендә призёр булды. Ҡыҙ ҡайып (тамбурлы) сигеү ысулын файҙаланып, күҙ яуын алырлыҡ милли әйберҙәр тегә.
Стипендиаттар исемлегендә республика инженер интернат- лицейынан быйыл да күптәр. Афарин!
Халыҡ-ара китап йәрминкәһендә "Йәншишмә" һәм "Аманат" журналы "Башҡортостан" үҙәк шашка клубы менән берлектә уҡыусылар араһында шашка турниры ойошторғайны. Унда көслө спортсыларыбыҙ дүртәр таҡтала дәғүәселәренә ҡаршы уйнаны. Араларында 16-сы гимназиянан Илдар Ғиләжев тә бар ине. Әле уны республика Башлығы стипендиаттары исемлегендә күреп, бик ҡыуандыҡ. Илдар 11 йәшендә спорт мастерлығына кандидат булған.
Уҡытыусылар көнөндә Өфө ҡалаһынан мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге уңыштары өсөн стипендиат булған уҡыусыларҙы бүләкләнеләр (фото).
Республикабыҙҙа айырыуса һәләтле ҡыҙҙар һәм егеттәр күп. Уларға киләсәктә уңыштар теләйбеҙ.
Фото: bashinform.