

"Мәктәп-вуз-предприятие" программаһы буйынса маҡсатҡа ярашлы белем биреү ойошторолған, физика, математика, информатика тәрәнәйтеп өйрәнелә. Практика ла ҡаралған.
Республикала мәғариф һәм фән министрлығы, Өфө дәүләт авиация-техник университеты, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе араһында өс яҡлы килешеү төҙөлгән. "Авиатөҙөлөш" йүнәлеше буйынса белем алған уҡыусылар артабан юғары уҡыу йортонда уҡып, алған һөнәре буйынса эшкә урынлашасаҡ.
Быйыл иһә 17 инженер синыфында 463 уҡыусы белем ала. Өфөнөң 68-се лицейында, мәҫәлән, "Авиатөҙөлөш" йүнәлеше буйынса V һәм VI синыфтар уҡый. Проектта ҡатнашыусы булараҡ, мәктәп Мәскәү авиация институты, Өфө фән һәм технологиялар университеты, Өфө моторҙар эшләү берекмәһе менән хеҙмәттәшлек итә. Балалар математика һәм информатиканы тәрәнәйтеп өйрәнә. Һыҙма буйынса ныҡлап шөғөлләнәләр. Йүнәлеш буйынса түңәрәктәрҙә белемдәрен нығыталар.
Фото: education.bashkortostan.