

Кисә белем усағында бишенселәрҙе Рәхимов синыфына ҡабул итеү тантанаһы үткән. Уҡыусылар ант биргән, уларға йәш Рәхимов значоктары бүләк иткәндәр. Был турала интернат- гимназия директоры Шайморат Тимербулатов "Бәйләнештә" селтәрендә хәбәр итте. "Бишенсе синыф уҡыусылары Ил ағаһының бөйөк исемен лайыҡлы йөрөтәсәгенә ышанам. Ҡотлайбыҙ!" - тип яҙҙы ул.
Фото: Ш.Тимербулатов сәхифәһенән.