

Мәғариф һәм фән министрлығы белдереүенсә, төбәгебеҙҙән ошо өлкәлә эшләүсе 600-ҙән ашыу хеҙмәткәр ҡатнашырға теләк белдергән булған. Улар араһында фән, мәғариф белгестәре, етәкселәр, балалар баҡсалары мөдирҙәре һәм тәрбиәселәр бар.
Форумдың пленар өлөшө “Мәктәпкәсә белем биреү өлкәһендә дәүләт сәйәсәте” тип аталды. Төрлө темаға майҙансыҡтар эшләне. Мәҫәлән, “Педагогик кадрҙар: әҙерлек системаһын модернизациялау һәм төбәк өҫтөнлөктәре”, “Мәктәпкәсә белем биреү сифатын күтәреү”.
Күптәрҙе күргәҙмә-һатыу ҡыҙыҡтырҙы. Ул фойела ойошторолғайны. Балалар өсөн үҫтереүсе уйынсыҡтар, китаптар, педагогҡа ярҙамға өҫтәл уйындары, ҡурсаҡтар, методик ҡулланмалар – күҙҙәр йүгерешә. Барыһы ла сағыу, сифатлы. Тәрбиәсе-уҡытыусыларға элекке кеүек бөтә нәмәне ҡулдан эшләп ултырырға кәрәкмәй икән хәҙер! Милли кейемдәге әбей-бабай төшөрөлгән бармаҡ уйынына тиклем бар. Төлө темаға лэпбук та һайлап алырға була ине.
Форум барлыҡ теләүселәргә файҙалы булғандыр.
АВТОР фотолары.