

Илеш районы Үрге Йәркәйҙәге лицейҙың XI синыф уҡыусыһы Радмир Хәйертдинов "Аҡыллы ауыл хужалығы, сити-феремерлыҡ, инженерлыҡ, автоматлаштырыу, робот техникаһы" номинацияһында еңеүсе исемен яуланы. Егет йорттағы бәләкәй ҡошсолоҡ фермаһы өсөн инкубатор эшләгән.
"Үҫемлекселектә заманса технологиялар" номинацияһында Өфө районы Ҡыҙылъяр мәктәбенең XI синыфынан Богдан Курбатовтың эше II урынға лайыҡ булған.
"Агрономияла заманса технологиялар" номинацияһында Өфөләге "Гормония" мәктәбенең X синыф уҡыусыһы, Республика балалар экология-биология үҙәге тәрбиәләнеүсеһе Софья Абоймова III урын алған.
Билдәле булыуынса, конкурстың финалына Рәсәйҙең 50 төбәгенән 142 эш тәҡдим ителгән.
Фото: education.bashkortostan.