

"Шайморатовсы"ның уҡыуы яҡшы, әҙерлеге лә төрлө яҡлы булырға тейеш. Уға ҡарата талаптар ҙа айырылып торһон. Был - айырым статус, иң шәп уҡыусылар. Балалар "шайморатов" синыфтарына урынды конкурс нигеҙендә ярышып алырға тейеш", - тип билдәләне Радий Хәбиров Республика менән идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмәлә.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 186 Шайморатов исемендәге синыфта 3 мең 960 уҡыусы белем ала.
Фото: vk.com.