

38-се тапҡыр ойошторолған сарала V - XI синыф уҡыусылары ҡатнашты. Улар викторина йәки тест һорауҙарына яуап бирҙе, бирелгән текст буйынса яҙма эш башҡарҙы, тәҡдим ителгән темаларҙың береһен һайлап алып, диалог төҙөнө.
Башҡорт телен, әҙәбиәтен, мәҙәниәтен яҡшы белгән һәләтле, телһөйәр уҡыусылар олимпиаданың 21 ноябрҙә үтәсәк район этабында ҡатнашасаҡ. Ә 2 декабрҙә V -XI синыфтар өсөн муниципаль этап уҙасаҡ.
Туған телдәр буйынса республика олимпиадаһының ҡала этабы иһә 9 декабрҙә була.
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән.