

Улар араһында Өфөләге 58-се лицейҙың X синыфынан Тимур Ғарифуллин да бар. Афарин, Тимур үҙе уҡыған лицейҙың, республиканың данын күтәрҙе.
Олимпиадала барлығы 8 мең уҡыусы үҙ көсөн һынап ҡараған. Илдең 18 төбәгенән 50 кешегә генә финалда ҡатнашыу бәхете тейгән. 4 еңеүсе һәм 8 призер асыҡланған.
Программалаштырыу һәм яһалма интеллект менән ҡыҙыҡһыныусы VIII- XI синыф уҡыусылары өсөн олимпиада 2021 йылдан үткәрелә башланы.
Фото: vk.com.