+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
22 Ноябрь 2023, 10:30

"Ҙур саҡырыуҙар" көтә

"Ҙур саҡырыуҙар" Бөтә Рәсәй фәнни-технологик проекттар конкурсы башланды.

"Ҙур саҡырыуҙар" көтә"Ҙур саҡырыуҙар" көтә
"Ҙур саҡырыуҙар" көтә

Унда фәнни һәм тикшеренеү эштәре менән шөғөлләнгән VII - XI синыф уҡыусылары һәм 19 йәшкә тиклемге колледж һәм техникум студенттары ҡатнаша ала. 

Тулыраҡ мәғлүмәт -  https://konkurs.sochisirius.ru/ сайтында. Ҡатнашыу өсөн ғаризаны 2024 йылдың 15 февраленә тиклем бирергә кәрәк. 25 мартҡа тиклем һайлап алыу этаптары уҙасаҡ. 10 апрелдән 15 майға тиклем йомғаҡлау этабы була. Һөҙөмтәләрҙе 20 майға тиклем иғлан итергә вәғәҙә итәләр. 

Ҡатнашығыҙ, дуҫтар. 13 йүнәлештең береһен һайларға мөмкин. Еңеүселәр юғары уҡыу йортона ингәндә өҫтәмә балдар аласаҡ. Ятып ҡалғансы, атып ҡал, ти бит халыҡ.

Фото: avroracenter.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас