+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
7 Декабрь 2023, 18:42

Конституцияны беләһеңме?

"Рәсәй Федерацияһына ингән һәр төбәк үҙенең телен дәүләт теле тип иғлан ала, тип әйтеү дөрөҫмө?” Өфөләге "Айырым фәндәрҙе тәрәнәйтеп өйрәнеүсе 45-се мәктәп" уҡыусылары бөгөн Рәсәй Конституцияһының һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 30 йыллығы айҡанлы үткәрелгән интеллектуаль уйында был һорауға бер ҡыйынлыҡһыҙ яуап бирҙе. 

Конституцияны беләһеңме?Конституцияны беләһеңме?
Конституцияны беләһеңме?

 Мөһим сара алдынан ныҡлап әҙерләнгәндәр, күп уҡығандар, дәүләттең төп ҡанунын өйрәнгәндәр.

Уйын бик ҡыҙыҡлы үтте. Ойоштороусылары – Башҡортостан Республикаһының Конституция советы һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы. Саралар планы республика Башлығы Радий Хәбиров тарафынан раҫланған. Уларҙың береһе – уҡыусылар араһында ошондай уйындар үткәреү. Был балаларҙың Конституция нигеҙҙәре буйынса белемдәрен арттырыуға йүнәлтелгән.

Интеллектуаль уйынды Башҡортостандың Конституция советы секретаре Светлана Борисовна Сафина үҙе алып барҙы. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнара Ғәлимова, Киров районы мәғариф бүлегенән Рәмилә Муллайәнова килгәйне. Ә эксперттар – Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһынан. X – XI синыфтарҙан биш команда үҙ-ара ярышты. Алты раундта төрлө ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап бирҙеләр: ребус та систеләр, бирелгән датаның ниндәй ваҡиғаға бәйле булыуын таптылар, һүрәтләнгән хәлдең нимә аңлатыуын бер һүҙ менән әйттеләр... Командалар бирелгән ваҡыт эсендә һорауҙарға яуап яҙып, баһалама комиссияһына тапшыра барҙы. Һәр раунд һайын эксперттар командаларҙың балдарын иғлан итте. Һөҙөмтәлә X «В» синыфының «Белермәндәр»е еңеүсе тип табылды.

–  Беҙ алдан ныҡ әҙерләндек. Илдең төп ҡанунын ентекләп өйрәндек. Шуға ла бөтә һорауҙарға ла тиерлек дөрөҫ яуап бирҙек. Ойоштороусыларға рәхмәт, бик ҡыҙыҡлы уйын булды, белемдәрҙе арттырҙы, – ти капитандары Назар Ғәниев.

–  Уҡыусылар араһында был интеллектуаль уйынды дүртенсе белем усағында ойошторҙоҡ инде. Үткәргән һайын уның кәрәкле икәненә нығыраҡ инанабыҙ. Үҙебеҙгә лә уҡыусыларҙың белемен, донъяға ҡарашын белеү ҡыҙыҡ. Бөгөн хатта бәхәсләшеп китеүселәр, һорауҙарын биреүселәр булды. Был йүнәлештә артабан да эшләйәсәкбеҙ. Әлбиттә, һәр мәктәптә үткәреп булмай, әммә проектҡа күберәк балаларҙы йәлеп итергә кәрәк. Сөнки Конституцияны өйрәнеү өсөн уйын форматы ғәҙәти дәрескә ҡарағанда ҡыҙыҡлыраҡ, – ти Светлана Борисовна.

45-се мәктәп уҡыусылары ҡанундарҙы һәйбәт белеүҙәрен күрһәтте. Һәр командаға – дипломдар, бүләккә Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы, шулай уҡ сағыу һүрәтле «Башҡортостан Конституцияһы балалар күҙлегенән» тигән китаптар тапшырылды.

Автор фотолары.

Конституцияны беләһеңме?
Конституцияны беләһеңме?
Конституцияны беләһеңме?
Конституцияны беләһеңме?
Конституцияны беләһеңме?
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас