+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
16 Декабрь 2023, 12:32

Иң яҡшы башҡорт теле кабинеты ҡайҙа?

"Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты" республика конкурсы еңеүселәре билдәле булды.

Иң яҡшы башҡорт теле кабинеты ҡайҙа?Иң яҡшы башҡорт теле кабинеты ҡайҙа?
Иң яҡшы башҡорт теле кабинеты ҡайҙа?

Ун белем усағының башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттары иң яҡшылары тип табылды:

Дыуан районы, Мәсәғүт гимназияһы;

Белорет ҡалаһы, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы;

Хәйбулла районы, Бүребай мәктәбе;

Баймаҡ районы, Ярат мәктәбе;

Илеш районы, Үрмәт мәктәбе;

Мәләүез районы, Нөгөш мәктәбе;

Ҡариҙел районы, Байҡыбаш мәктәбе;

Сибай ҡала гимназияһы;

Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Н.И.Суханов исемендәге 33-cө мәктәп;

Өфө ҡалаһы, 114-се белем үҙәге.

Еңеүселәргә кабинеттарын мультимедиа комплексы менән йыһазландырыу өсөн сертификаттар тапшырылды. 

Башҡорт теле уҡытыусыларын ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Фото: vk.com.

 

Иң яҡшы башҡорт теле кабинеты ҡайҙа?
Иң яҡшы башҡорт теле кабинеты ҡайҙа?
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас