+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
16 Декабрь 2023, 17:41

"Остаз" конкурсы тамамланды

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн ойошторолған "Остаз" конкурсы ошо йылдың майынан ноябргә тиклем барҙы. 

"Остаз" конкурсы тамамланды"Остаз" конкурсы тамамланды
"Остаз" конкурсы тамамланды

 Мәғарифты үҫтереү институтының Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге ойошторған был сара йылдың сағыу ваҡиғаларының береһе булды. 

Унда 56 команда ҡатнашты. Финалға сыҡҡан 9 команда Башҡорт теле көнөндә Өфө балалар филармонияһында көс һынашты. 

Һөҙөмтәлә, 2-се республика полилингваль күп профилле “СМАРТ” гимназияһының СМАРТ-ОСОШ” командаһы еңеү яуланы. II урында - Волга буйы федераль округының Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусының "Кадеттар" командаһы, III урынды Хәйбулла районынан "Аҫылташ" командаһы алды.

"Остаз" конкурсының финалистары: Өфө ҡалаһы Дим районының - "Дим ҡыҙҙары", Благовещен районының - "Алға", Мәсетле районының - "Мәсетле остаздары", Яңауыл районының - "Телһөйәрҙәр", Бәләбәй районының - "Аманат", Стәрлетамаҡ районының "Эстәрле" командалары. 

 

 

Фото: education.bashkortostan.

"Остаз" конкурсы тамамланды
"Остаз" конкурсы тамамланды
"Остаз" конкурсы тамамланды
"Остаз" конкурсы тамамланды
"Остаз" конкурсы тамамланды
Автор:
Читайте нас