+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
10 Ғинуар 2024, 06:28

Министрлыҡтан хәбәр итәләр

Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы 2024 йылда Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуға ғаризалар 1 февралгә тиклем ҡабул ителеүе тураһында иҫкә төшөрә.

Министрлыҡтан хәбәр итәләрМинистрлыҡтан хәбәр итәләр
Министрлыҡтан хәбәр итәләр

Быйылғы сығарылыш уҡыусылары үҙҙәре уҡыған белем усаҡтарында яҙа. Ә мәктәпте быға тиклем тамамлағандар һәм колледж студенттары министрлыҡ билдәләгән имтиханға теркәлеү урындарында ғариза бирә: (https://education.bashkortostan.ru/documents/active/526124/).

1 февралдән һуң Берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашыусылар бының өсөн ғәфү итерлек сәбәптәр булғанда һәм документ менән иҫбатлағанда ғына ғариза тапшыра ала. Был юлы инде имтихан булырҙан ике аҙна алдараҡ Башҡортостан Республикаһының Дәүләт имтихан комиссияһына барып ғариза яҙырға кәрәк буласаҡ. Адресы: Өфө ҡалаһы, Театр урамы, 5/2, 106-сы кабинет. 

Белешмәләр өсөн «БДИ буйынса ҡыҙыу линия» телефондары: 8 (347) 218-03-81, 8 (347) 218-03-28.

Фото: ya.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас