Олимпиада 24 фән буйынса ойошторола һәм 29 февралгә тиклем дауам итәсәк. Унда республикабыҙҙың 4 мең 500 өлкән синыф уҡыусыһы ҡатнашыуы көтөлә.
Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы барышында VII - VIII синыфтар өсөн дә бәйгеләр буласаҡ. Физика, математика, астрономия, химия фәндәре буйынса белемдәрен һынап, уҡыусылар олимпиада хәрәкәтенә ҡушыласаҡ.
Һынауҙар Өфөнөң туғыҙ майҙансығында, йәғни юғары уҡыу йорттарында һәм гимназияларҙа, уҙасаҡ.
Фото: ya.ru.