+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
12 Ғинуар 2024, 05:21

Олимпиадаға әҙерләнәләр

Өфөләге "Чайка" балалар һауыҡтырыу лагерында "Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре" фәне буйынса күнекмәләр бара.

Олимпиадаға әҙерләнәләрОлимпиадаға әҙерләнәләр
Олимпиадаға әҙерләнәләр

Тәүге дәресте 64-се гимназияның тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы, Фәнни-тикшеренеү методик үҙәге методисы Сергей Черепанов үткәргән. Уҡыусылар Бөтә Рәсәй олимпиадаһы буйынса теоретик белемдәрен тәрәнәйтеп, уларҙы практикала ҡулланырға өйрәнгән. Был турала Өфө мәғариф идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Билдәле булыуынса, быйылғы уҡыу йылында тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре фәненән республика олимпиадаһы 28 - 29 февралдә үтәсәк.

Фото: vk.com.

Олимпиадаға әҙерләнәләр
Олимпиадаға әҙерләнәләр
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас