Унда 16 район һәм 7 ҡаланан 70 уҡыусы ҡатнашты. Астрономия буйынса алты теоретик һорауға яуап биреү өсөн өс сәғәт ваҡыт бирелде.
Шулай уҡ һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм алдағы йылдарҙағы олимпиадаларға әҙерләү маҡсатында VII — VIII синыфтар араһында В.Я.Струве исемендәге бәйге ойошторолдо. Унда төрлө ҡала һәм райондарҙан 52 уҡыусы белемен һынап ҡараны. Улар араһында VII синыф мәсьәләләрен сискән V синыф уҡыусыһы ла булған.
Олимпиада һөҙөмтәләре 28 ғинуарҙа иғлан ителәсәк.
https://avroracenter. буйынса әҙерләнде.
Фото: avroracenter.