Быйылғы сығарылыш уҡыусылары ғаризаны үҙҙәре уҡыған белем усаҡтарында яҙырға тейеш. Ә мәктәпте быға тиклем тамамлағандар һәм колледж студенттары министрлыҡ билдәләгән имтиханға теркәлеү урындарында ғариза бирә: (https://education.bashkortostan.ru/documents/active/526124/).
1 февралдән һуң иһә Берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашыусылар бының өсөн ғәфү итерлек сәбәптәр булғанда һәм документ менән иҫбатлағанда ғына ғариза тапшыра аласаҡ. Имтихан булырҙан ике аҙна алдараҡ Башҡортостан Республикаһының Дәүләт имтихан комиссияһына барып ғариза яҙырға кәрәк буласаҡ. Адресы: Өфө ҡалаһы, Театр урамы, 5/2, 106-сы кабинет.
Һорауҙарығыҙ булһа, «БДИ буйынса ҡыҙыу линия» телефондарына шылтыратығыҙ: 8 (347) 218-03-81, 8 (347) 218-03-28.
Фото: yandex.