+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Тарих буйынса олимпиада үтте

Уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы дауам итә. Ул 24 фән буйынса үтә. 

Тарих буйынса олимпиада үтте
Тарих буйынса олимпиада үтте

23, 24 ғинуарҙа Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыусыларҙың тарих буйынса төбәк олимпиадаһы уҙҙы. Унда республикабыҙ район һәм ҡалаларынан 145 IX - XI синыф уҡыусыһы ҡатнашты. 

Олимпиада теоретик һәм практик турҙан торҙо. Балалар тарих буйынса 10-15 һорауға яуап бирҙе. Шулай уҡ бирелгән тема буйынса инша, үҙҙәре һайлаған темаға эссе яҙҙылар. 

Әле эштәр тикшерелә. Ә һөҙөмтәләрҙе 7 февралдә генә иғлан итәсәктәр.

Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы 29 ғинуарҙа тамамланасаҡ. Иң-иңдәр Рәсәй кимәлендә Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.

Фото: avroracenter.

Тарих буйынса олимпиада үтте
Тарих буйынса олимпиада үтте
Тарих буйынса олимпиада үтте
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: