+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
29 Ғинуар 2024, 05:34

Йәш ижадсылар өсөн конкурс

Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты 2024 йылдың 29 февралендә V Бөтә Рәсәй эсселар конкурсын үткәрә.

Йәш ижадсылар өсөн конкурсЙәш ижадсылар өсөн конкурс
Йәш ижадсылар өсөн конкурс

Унда X - XI синыф уҡыусыларын, урта һөнәри белем биреү уҡыу йорттары студенттарын ҡатнашырға саҡыралар.  Төп маҡсат, әлбиттә, йәш быуында журналистикаға, журналист һөнәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу. 

29 февралдә иртәнге сәғәт 10-да башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының "Бәйләнештә" селтәрендәге төркөмөндә https://vk.com/club187735536  эссе темалары һалынасаҡ. Киске сәғәт 6-ға тиклем эштәрҙә kafedra.iuriialistiki@gmail.com  адресына ебәрергә кәрәк буласаҡ. 

Төркөмгә яҙылып, яңылыҡтарҙы күҙәтеп барығыҙ, конкурс положениеһы менән дә танышығыҙ, дуҫтар. 

Еңеүселәр һәм призлы урын алыусылар дипломдар менән бүләкләнәсәк, факультеттың журналистика бүлегенә уҡырға ингәндә өҫтәмә балдар аласаҡ. 

Һорауҙарығыҙ булһа 8 965 925-55-65  телефоны буйынса шылтыратып белешергә мөмкин.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас