Кемгәлер ул еңел генә тойола, икенсе берәүҙәр тулҡынлана. Төп дәүләт имтиханына үтеү өсөн шарт булып тора ул.
Уҡыусыларға баһа ҡуйылмай, зачет йә незачет ҡына. Уңышлы тапшырыу өсөн ун балл йыйыу етә.
Йомғаҡлау әңгәмәһе өс өлөштән тора. Тәүгеһендә бирелгән тексты ҡысҡырып уҡырға һәм өҫтәмә мәғлүмәт, цитата килтереп һөйләргә кәрәк. Күптәр өсөн был эш ауыр икән. Бында текстың мәғәнәһенә иғтибар итегеҙ, бер абзацын да төшөрөп ҡалдырмаҫҡа тырышығыҙ.
Икенсеһендә – картинаға ҡарап монолог һөйләргә. Уға әҙеләнеү өсөн бер минут ваҡыт бирелә. Өс минутта фекереңде еткерергә тейешһең. Был иреклерәк һәм ҡыҙыҡлы ижади эш, тип әйтергә мөмкин.
Әңгәмәлә иһә һынау алыусының өс һорауына яуап бирәһең. Уларҙы иғтибар менән тыңлап, тулы итеп яуап бирегеҙ. Бында һеҙҙең нисек фекерләүегеҙҙе тикшерәләр. Әлбиттә, телмәрегеҙ эҙмә-эҙлекле, һүҙҙәрҙә баҫым дөрөҫ ҡуйылырға тейеш. Телмәр оҫталығы, уй-фекереңде еткерә белеү тормошта бик кәрәк ул.
Фото: 5uglov.