-1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
4 Февраль , 21:22

Еңеүселәр бүләкләнде

“Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы Уҡытыусы һәм остаз йылына арнап үткәргән конкурсының еңеүселәрен баш ҡалаға йыйҙы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ул йыл буйы барҙы.

Еңеүселәр бүләкләнде
Еңеүселәр бүләкләнде

Бәйгегә өс номинацияла методик һәм ижади эштәр ҡабул ителде. Журналдың баш мөхәррире Салауат Кәримов сараны асыу тантанаһында:

– Барлығы 416 эш килде. Ҡатнашыусылар шул тиклем күп булыр, тип уйламағайныҡ та! Дәрес өлгөләре баҫмабыҙ биттәрендә яйлап донъя күрер, – тине.

Иң яҡшы дәрес яҙыусыларҙы мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Светлана Антипина тәбрикләне. Уҡытыусы һәм остаз йылы тамамланды, әммә беҙҙең өсөн ул һәр саҡ дауам итә, тине ул. Еңеүселәрҙең эштәре йәш белгестәргә ҙур ярҙам булып торасаҡ, тип билдәләне.

Иң яҡшы синыфтан тыш сара ебәреүселәрҙе – Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты ректоры Әлфис Ғаязов, “Уҡытыусы һөнәре хаҡында ижади эш” номинацияһында еңеүселәрҙе Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов ҡотланы. Улар тәрбиәселәргә һәм уҡытыусыларға артабан да ошондай юғары кимәлдә эшләүҙәрен теләне. Сараны педагог Фәнзил Саньяров башҡарыуында йыр, ҡурай һәм хайран моңо йәмләп ебәрҙе.

Еңеүселәргә грамоталар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Ойоштороусыларҙан (“Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы, БР Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты) махсус бүләктәр ҙә булды.

Өфөнөң 95-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Зилә Рәйес ҡыҙы Ғиләжева үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты:

– Бәйгелә ижади эштәр йүнәлешендә ҡатнаштым. Бындай ҙур конкурста еңеүемә бик шатмын! Исемлектә үҙемде күргәс, ышанмайыраҡ торҙом. Тимәк, ун йыл балалар баҡсаһында эшләүем бушҡа түгел, тәжрибә тупланған, тип уйлайым. Әле мәктәпкә әҙерлек төркөмө кескәйҙәре менән мәж киләбеҙ. Артабан да төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашырға иҫәп – был еңеүем минең өсөн ҙур стимул булды.

Еңеүселәргә артабан да ижади үҫеш һәм уҡыусылары, тәрбиәләнеүселәре менән бергә-бергә уңышлы эшләүҙәрен теләйбеҙ.

Еңеүселәр бүләкләнде
Еңеүселәр бүләкләнде
Еңеүселәр бүләкләнде
Еңеүселәр бүләкләнде
Еңеүселәр бүләкләнде
Еңеүселәр бүләкләнде
Еңеүселәр бүләкләнде
Еңеүселәр бүләкләнде
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: