-5 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
7 Февраль , 20:25

Күптәр йәмғиәтте өйрәнеү фәнен һайлаған

1 февралдә Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһында ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү тамамланды. Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтиханын 15 меңдән ашыу кеше тапшырасаҡ.

Күптәр йәмғиәтте өйрәнеү фәнен һайлаған
Күптәр йәмғиәтте өйрәнеү фәнен һайлаған

Сығарылыш синыф уҡыусылары математика һәм урыҫ теленән мотлаҡ һәм тағы үҙҙәре һайлаған ике фәндән һынау бирә. Быйыл иң популяр предмет - йәмғиәтте өйрәнеү. Унан уҡыусыларҙың 35,6 проценты  һынау бирәсәк. Информатикаға ҡыҙыҡһыныу артҡан: 25,7 процент. Уҡыусыларҙың 20,1 проценты - биологияны; 19,4 проценты - физиканы; 18,2 проценты - химияны; 12,2 проценты тарихты һайлаған.

Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырыусы уҡыусы әҙерләгән өсөн уҡытыусыларға 50 мең һум түләү быйыл да ҡаралған. Үткән уҡыу йылында был премияны республиканың 75 педагогы алды. 

Фото: yandex.ru.

Күптәр йәмғиәтте өйрәнеү фәнен һайлаған
Күптәр йәмғиәтте өйрәнеү фәнен һайлаған
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: