+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
14 Февраль , 10:34

Туғыҙынсыларға тәүге һынауҙы уңышлы үтеүҙәрен теләйбеҙ

Бөгөн, 14 февралдә, илебеҙҙең IX синыф уҡыусылары урыҫ теленән йомғаҡлау әңгәмәһе һынауын тота. Башҡортостанда ул веб-форматта үтә. 

Туғыҙынсыларға тәүге һынауҙы уңышлы үтеүҙәрен теләйбеҙ
Туғыҙынсыларға тәүге һынауҙы уңышлы үтеүҙәрен теләйбеҙ

Республикабыҙҙан 50 740 уҡыусы йомғаҡлау әңгәмәһендә ҡатнашыу өсөн ғариза яҙған. 15-16 минут эсендә бирелгән тексты уҡып, шунан бер цитата килтереп һөйләп, бирелгән темаларҙан береһен һайлап монолог һөйләп, уҡытыусы биргән һорауҙарға яуап биреп өлгәрәргә кәрәк. Баһа ҡуйылмай, зачет ҡына. 

Туғыҙынсыларға тәүәккәллек, ҡыйыулыҡ, тел асҡыстары, тел байлығы бирһен Аллаһы Тәғәлә. Барыһының да зачет алыуын теләйбеҙ. Был һынау Төп дәүләт имтиханына үтеү өсөн шарт булып тора.

Йомғаҡлау әңгәмәһе өсөн өҫтәмә көндәр ҙә ҡаралған: 13 март һәм 15 апрель.

Фото: yandex.

Туғыҙынсыларға тәүге һынауҙы уңышлы үтеүҙәрен теләйбеҙ
Туғыҙынсыларға тәүге һынауҙы уңышлы үтеүҙәрен теләйбеҙ
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: