+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
16 Февраль , 08:47

Башҡортостандың иң шәп уҡытыусылары асыҡланасаҡ

16 февралдә "Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы - 2024" республика конкурсында ҡатнашыу өсөн теркәлеү тамамланасаҡ. Ә 4 мартта Башҡортостандың мәғарифты үҫтереү институтында педагогтарҙың һөнәри бәйгеһен асыу тантанаһы була.

Башҡортостандың иң шәп уҡытыусылары асыҡланасаҡ
Башҡортостандың иң шәп уҡытыусылары асыҡланасаҡ

Тәүге "Уҡытыусы-Профи" конкурсында ваҡытында дөрөҫ итеп теркәлеү үткән бөтә уҡытыусылар ҙа ҡатнашасаҡ. Ә икенсе тур "Уҡытыусы-оҫта" тип атала. Тәүге ике турҙа иң күп балл йыйған педагогтар өсөнсө "Уҡытыусы-остаз" тигән конкурста ярышасаҡ. Унда "Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы",  "Урыҫ теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы", "Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы", "Йәш педагог" конкурстарынан иң көслө бишәр кеше сыға. Тәүге өс конкурстан һуң һуңғы "Уҡытыусы-лидер" турында ҡатнашыусылар асыҡланасаҡ. Ул Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министры ҡатнашлығында 27 мартта үтәсәк, һәр конкурстан 2 иң күп балл йыйған педагог, шулай уҡ "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" еңеүселәре лә ҡатнаша. Улар араһынан баһалама комиссияһы абсолют еңеүсене билдәләйәсәк. 

 Педагогтарҙың һөнәри бәйгеһен ябыу тантанаһы 28 мартта "Башҡортостан" концерт залында уҙасаҡ. Уҡытыусыларға уңыштар теләйбеҙ!

Фотолар 2023 йылғы конкурстан.

 

Башҡортостандың иң шәп уҡытыусылары асыҡланасаҡ
Башҡортостандың иң шәп уҡытыусылары асыҡланасаҡ
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: