Быйыл унда 43 район һәм ҡаланан VIII-XI синыфтарҙан 275 уҡыусы ҡатнашты. Һөҙөмтәләр билдәле. Туғыҙынсы синыфтар араһында 5 уҡыусы еңеүсе исеменә лайыҡ булған. Унынсылар араһында - 3, ун беренселәр араһында 2 еңеүсе. Улар - Мәләүез, Өфө, Нефтекама, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан. Исемлек ошонда - https://avroracenter.com/20405-2/
29 марттан 4 апрелгә тиклем Татарстанда иҡтисад буйынса олимпиаданың йомғаҡлау этабы уҙасаҡ. Йәш иҡтисадсыларыбыҙға Рәсәй кимәлендәге бәйгелә лә уңыштар теләйбеҙ.
Фото: avroracenter.