Уны 1-се республика полилингваль күп йүнәлешле гимназияһы Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы, юғары уҡыу йорттары менән берлектә ойоштора. Олимпиаданың маҡсаты - туған телен, урыҫ телен һәм сит телдәрҙе лә яҡшы белгән уҡыусыларҙы асыҡлау. V - XI синыфтар ҡатнашырға саҡырыла. Йомғаҡлау туры 2024 йылдың 19 мартында гимназияла уҙасаҡ.
"Ағиҙел" олимпиадаһының сайтында http://agidel-rpmg1.ru/ тулы мәғлүмәт бирелгән, рәхим итегеҙ.
Фото: http://agidel-rpmg1.ru/index.html.