+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
27 Февраль 2024, 05:30

Экология олимпиадаһына йомғаҡ яһалған

Экология буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабына  йомғаҡ яһалған. Быйыл унда IX, X, XI синыфтарҙан 257 уҡыусы ҡатнашҡан. 

Экология олимпиадаһына йомғаҡ яһалғанЭкология олимпиадаһына йомғаҡ яһалған
Экология олимпиадаһына йомғаҡ яһалған

Олимпиадала балалар теоретик турҙан тыш төрлө экологик мәсьәләләр буйынса эшләй, тәжрибәләр үткәрә, күҙәтеүҙәрен анализлай. Был турала Башҡортостандың "Аврора" таланттарҙы үҫтереү үҙәгенән хәбәр итәләр. 

Олимпиада еңеүселәре - Өфө, Октябрьский, Сибай ҡалаларынан, Өфө, Мишкә, Шаран райондарынан. Республиканың иң яҡшы йәш экологтары Бөтә Рәсәй олимпиадаһының 5 - 10 апрелдә Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһында уҙасаҡ йомғаҡлау этабында Башҡортостан данын яҡлаясаҡ. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ.

Фото: avroracenter.

Экология олимпиадаһына йомғаҡ яһалған
Экология олимпиадаһына йомғаҡ яһалған
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас