+12 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
29 Февраль , 12:06

Әлиә Ишдәүләтова – еңеүсе

28 февралдә “Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларының йыл педагогы –  2024” конкурсын ябыу тантанаһы үтте.  

Әлиә Ишдәүләтова –  еңеүсе
Әлиә Ишдәүләтова – еңеүсе

 Уның сиктәрендә “Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы” конкурсы ойошторолғайны. Һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә педагогтар “Интернет-ресурс», "Балалар менән тәрбиәүи сара", "Оҫталыҡ дәресе", "Жюри ағзалары менән әңгәмә", "Педагогик дебат" конкурстарында һынау тотто.

 “Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларының йыл педагогы –  2024” еңеүсеһе тип Өфөләге 281-се балалар баҡсаһының музыка етәксеһе Гөлназ Әнүәр ҡыҙы Кураева танылды. Ә Туған телдә белем биреүсе тәрбиәселәр араһында иң-иңе – Өфөнөң 18-се башҡорт балалар баҡсаһынан Әлиә Риза ҡыҙы Ишдәүләтова.

Конкурстың лауреаттары:

 Гөлгөнә Данил ҡыҙы Әмирғәлина (Өфөләге 277-се балалар баҡсаһы);

 Зәлиә Әхмәҙи ҡыҙы Камалова (Стәрлетамаҡтағы 62-се балалар баҡсаһы);

 Шәүрә Самарбай ҡыҙы Ярмуллина (Өфөләге 51-се башҡорт балалар баҡсаһы);

 Йәмилә Фәтих ҡыҙы Хәйбуллина (Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы баланы үҫтереү үҙәге — «Йәйғор» балалар баҡсаһы).

Ҡотлайбыҙ!

 Фото: vk.com.

Әлиә Ишдәүләтова –  еңеүсе
Әлиә Ишдәүләтова – еңеүсе
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: