+12 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ата-әсәләр тарихтан имтихан тапшырып ҡараясаҡ

"Бергәләп тапшырабыҙ! Ата-әсәләрҙең имтихан тапшырыу көнө" Бөтә Рәсәй акцияһы быйыл һигеҙенсе тапҡыр үтәсәк. Ул Башҡортостанда 23 мартҡа билдәләнгән.

Ата-әсәләр тарихтан имтихан тапшырып ҡараясаҡ
Ата-әсәләр тарихтан имтихан тапшырып ҡараясаҡ

Был көндә атай-әсәйҙәр тарихтан Берҙәм дәүләт имтиханын биреп ҡараясаҡ. Әйткәндәй, уны 2024 йылда 2 мең тирәһе сығарылыш синыфы уҡыусыһы һайлаған. 

Һынау ваҡытында ата-әсәләр үҙҙәрен балалары урынына ҡуйып ҡарап, улар имтиханда үтәсәк бөтә процедуралар менән танышасаҡ. Берҙәм дәүләт имтиханының ҡыҫҡартылған вариантын тәшкил иткән эшлекле уйында тарих буйынса белемдәрен тикшереп ҡараясаҡтар. Акцияла теләге булған ун беренселәр ҙә ҡатнаша ала.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: